08:04 Татыу ғаилә – ил күрке! | |
| Ғаилә – бер-нисә кешенән торған дәүләт, ойошма. Кеше ҡайҙа ғына йәшәмәһен, кем менән генә эшләмәһен, һәр береһе ашҡынып, талпынып үҙенең бәләкәй "дәүләт”енә - ғаиләheнә ҡайта. "Ғаилә бәхете – ил бәхете”, ти халыҡ. Был иһә ғаиләнең сәләмәтлеге һәм ныҡлығы, ырыу-нәҫелдең абруйы – ил абруйы тигән һүҙ. Татыу ғаилә – ил күрке! Ошондай матур тема буйынса Мәҡсүт ауыл китапханаһында балалар өсөн Башҡорт ғаиләһе көнөнә арналған йәнле һөйләшеү үтте. Яҡшы ғаиләләр – илебеҙҙең өмөтлө киләсәге. Уҡыусылар үҙҙәренең ғаиләләре тураһында ла һөйләп ишеттерҙеләр. Һуңынан барыһы ла дөйөм бер һығымтаға килделәр. Кеше өсөн иң ҡәҙерле нәмә – ул уның татыу ғаиләһе. ![]() | |
|
| |
| Всего комментариев: 0 | |
