09:45 Татыу ғаилә – ил күрке! | |
Ғаилә – бер-нисә кешенән торған дәүләт, ойошма. Ул ҙур дәүләттең бәләкәй, әмма ныҡлы нигеҙ ташы. Кеше ҡайҙа ғына йәшәмәһен, кем менән генә эшләмәһен, һәр береһе ашҡынып, талпынып үҙенең бәләкәй "дәүләт”енә ҡайта. "Ғаилә бәхете – ил бәхете”, ти халыҡ. Был иһә ғаиләнең сәләмәтлеге һәм ныҡлығы, ырыу-нәҫелдең абруйы – ил абруйы тигән һүҙ. Татыу ғаилә – ил күрке! Ошондай матур тема буйынса Мәҡсүт ауыл китапханаһында балалар өсөн Башҡорт ғаиләһе көнөнә арналған йәнле һөйләшеү үтте. Яҡшы ғаиләләр – илебеҙҙең өмөтлө киләсәге. Уҡыусылар үҙҙәренең ғаиләләре тураһында ла һөйләп ишеттерҙеләр. Һуңынан барыһы ла дөйөм бер һығымтаға килделәр. Кеше өсөн иң ҡәҙерле нәмә – ул уның татыу ғаиләһе. | |
|
Всего комментариев: 0 | |