08:22
"Халыҡ Президенты"
Бөгөн, 7 февралдә, Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Рәхимов тыуған көнөн билдәләй. Уға – 88 йәш тулды. Мортаза Ғөбәйҙулла улы ошо вазифала республикаға 1993 йылдың декабренән 2010 йылдың 15 июленә тиклем етәкселек итте.

Башҡортостан Президенты вазифаһында республикабыҙға ул етәкселек иткән осорҙо тулы ышаныс менән “Президент Рәхимов дәүере” тип атарға мөмкин. Ҡатмарлы һәм ҡапма-ҡаршылыҡлы 90-сы йылдарҙа, Советтар Союзы тарҡалған, Рәсәйҙең үҙендә ситкә ынтылыу теләге әүҙемләшкән ваҡытта, ул илебеҙҙең иң ҙур төбәктәренең береһе өсөн яуаплылыҡ алыуҙан ҡурҡманы. Республика яҙмышы тураһында хәстәрлек, социаль-иҡтисади өлкәне нығытыу һәм яҡшыртыу, халыҡтың тормош кимәлен күтәреү уның эшмәкәрлегенең төп маҡсатына әүерелде. Ул һәр ваҡыт һәм һәр урында Башҡортостандың, күп милләтле халҡының мәнфәғәттәрен яҡланы. Бер ниндәй аҫтыртын эш итеүҙәр ҙә, һөжүмдәр ҙә Мортаза Рәхимовты һындыра ла, үҙенең тормош ҡанундарын үҙгәртә лә алманы. Уның ныҡышмалылығы һәм алдан күрә белеү сәйәсәте һөҙөмтәһендә республика ҡыҫҡа ваҡыт эсендә илдең алдынғы төбәктәре рәтенә сыҡты.

Беҙҙең тәүге Президент төҙөргә, булдырырға яратты. Ул етәкселек иткән йылдарҙа, барлыҡ ҡыйынлыҡтарға ҡарамай, торлаҡ төҙөлөшө киң ҡолас алды. Ҡалаларҙа бер-бер артлы күп ҡатлы йорттар ҡалҡты. Өфө янында заманса ауылдар һәм ҡасабалар үҫеп сыҡты. Баш ҡалабыҙҙың йөҙө лә танымаҫлыҡ булып үҙгәрҙе. Уны төҙөкләндереү буйынса ғәйәт ҙур эш башҡарылды, Конгресс-холл, “Өфө-Арена” боҙ һарайы, “Нур” драма театры, “Каруанһарай” сауҙа үҙәге һәм башҡа тиҫтәләрсә сауҙа, мәҙәниәт үҙәктәре барлыҡҡа килде. Шоферҙар әйткәнсә, Салауат Юлаев проспекты өсөн генә лә беҙҙең тәүге Президентҡа һәйкәл ҡуйырға мөмкин.

Мортаза Рәхимов ғүмере буйы бәләкәй тыуған иленең — Күгәрсен районының — патриоты һәм әле лә шулай булып ҡала.

Уның тыуған еренә, яҡташтарына ҡарата һөйөүе Күгәрсен районының Өфөлә йәшәгән вәкилдәренең Зәйнәб Биишева исемендәге Мәғарифты һәм мәҙәниәтте үҫтереү буйынса шәфҡәтлелек фондын (хәҙер — “Оло Эйек” мәғарифты һәм мәҙәниәтте үҫтереү шәфҡәт­лелек фонды) ойошторғанда асыҡ күренде.

Мортаза Ғөбәйҙулла улын тыуған көнө менән ихлас ҡотлайбыҙ һәм уға оҙон ғүмер, яҡшы кәйеф, ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ!

Просмотров: 102 | Добавил: РФ | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
avatar