18:27
Бөгөн – башҡорт ғаиләһе көнө.
Ғаиләм-ҡәлғәм, үҙе серле донъя,
Әйтерһеңдә ожмах ҡосағы,
Атай-әсәй – фәрештәләр булһа,
Ә балалар – тылсым эйәһе.
Татыу булһаң, тормош йәмле була,
Аштар тәмле, йәшәү күңелле,
Берҙәм эшләп, гөрләп йәшәүҙәре,
Үҙе оло бәхет түгелме?

Календарҙа яңы байрам барлыҡҡа килде. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты 1 мартты башҡорт ғаиләһе көнө тип иғлан итте. Тимәк, яҙҙың тәүге көнө шулай билдәләнгән һәм хәҙер беҙҙә рәсми булмаһа ла, милли, ижтимағи-сәйәси даирәләрҙә шулай тип йөрөтөлә. Төрлө конкурстар, туған тел, тарихҡа ихтирам, милли мираҫ, өлкәндәрҙе ололау, кеселәрҙе ҡурсалау кеүек конкурс-фестивалдәр уҙғарыла.

Просмотров: 110 | Добавил: РФ | Рейтинг: 5.0/1
Всего комментариев: 0
avatar