
Мәҡсүт ауыл китапханаһында Н. Мусиндың 95 йәшлек юбилейына арналған әҙәби кисә үтте. Ҡатнашыусылар яҙыусының тормошо һәм ижад юлы менән таныштылар. Повесть һәм хикәйәләренән өҙөктәр уҡынылар, «Мәңгелек урман» романы буйынса әңгәмә ойошторҙолар. Сара аҙағында уҡыусылар әҙиптең әҫәрҙәрен өйҙә уҡырға алдылар.