
Зәйнәб Абдулла ҡыҙы Биишева — Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты. Үҙенең шиғри йыйынтығын сығарған тәүге башҡорт ҡатын-ҡыҙы. Замандаштары уны әүҙем тормош позицияһы булған кеше, ысын илһөйәр, дөрөҫлөк һәм ғәҙеллек өсөн көрәшсе итеп хәтерендә ҡалдырған.
Зәйнәб Биишева – илебеҙҙең арҙаҡлы ҡатын-ҡыҙҙарының береһе. Йөрәктәрҙе тетрәндерерлек әҫәрҙәр ижад итеүсе, киләсәкте хәстәрләүсе халыҡ яҙыусыһы ул.